Размер шрифта: A AA Изображения Выключить Включить Цвет сайта Ц Ц Ц Х
Включить версию для слабовидящих
Главная » 2016 » Май » 4 » Илһөйәрлек тәрбиәләү - уртаҡ маҡсат
15:00
Илһөйәрлек тәрбиәләү - уртаҡ маҡсат

Үҙ илеңдең патриотын тәрбиәләү – ул бик күп яҡлы процесс. Балала илһөйәрлек тойғолары  үҙенән-үҙе генә барлыҡҡа килмәй, эҙмә-эҙлекле эш алып барғанда ғына формалаша. Әлбиттә, был эштең балалар баҡсаһында ғына түгел, мәктәптә лә дауам ителеүе мотлаҡ. Был осраҡта балалар баҡсаһы менән мәктәп араһында күсәгилешлек бәйләнеше булдырыу бик мөһим.

      27 апрель көнө  "Айыуҡай" балалар баҡсаһында район кимәлендәге  балалар баҡсаһының етәкселәре кәңәшмәһе булып үтте. Кәңәшмәнең темаһы "Художестволы эстетик өлкәһендә патриотик тәрбиә".  "Айыуҡай"  балалар  баҡсаһы  эксперименталь майҙансыҡ булараҡ 1 октябрҙан эшен башланы һәм  ошо майҙансыҡтың  бәләкәй генә  булһа ла  һөҙөмтәһе тип әйтеп  була. Кәңәшмәлә  эксперименталь  майҙансыҡтың фәнни етәксеһе, М.Аҡмулла  исемендәге  БДПУ-ның  "Педагогика и психология"  кафедраһы  доценты Аҙнабаева  Фирҙәүс Ғиса  ҡыҙы сығыш  яһаны. Мәғариф бүлегенең етәксеһе Зәйнуллин Илдус Әдиф улы ла был теманы хуплап үтте. Район балалар баҡсаһы етәкселәре үҙҙәренә күп файҙалы мәғлүмәт алдылар.

 

Просмотров: 1400 | Добавил: dsmishutka | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
Добавлять комментарии могут только зарегистрированные пользователи.
[ Регистрация | Вход ]