Размер шрифта: A AA Изображения Выключить Включить Цвет сайта Ц Ц Ц Х
Включить версию для слабовидящих
Главная » 2015 » Октябрь » 29 » Ата - әсәләр йыйылышы
20:50
Ата - әсәләр йыйылышы
Бөгөн беҙҙең балалар баҡсаһында "Ололарҙың һәм балаларҙың бәйләнеше" темаһына, ата - әсәләр йыйылышы үтте. Йыйылыш балалар һәм музыка уҡытыусылары тарафынан әҙерләнгән матур концерт номерҙары менән асылды. Артабан саҡырылған ҡунағыбыҙ Шагибалова Гөлсинә Мәхмүт ҡыҙы хәҙерге заман проблемаһы, ата - әсәләрҙең шарап менән мауығыуы арҡаһында үҙ балаларына ҡарата хоҡуҡтарын юғалтыуы тураһында сығыш яһаны. Һәр кемеҙгә ундай ғаиләләрғә битараф булмаҫҡа, ҡулдан килгәнсе ярҙам итергә тырышырға саҡырҙы. Балалар баҡсаһы мөдире Иманғолова Ләйсән Марат ҡыҙы балалар баҡсаһының яңылыҡтары, коллегаларыбыҙҙың һәм балаларыбыҙҙың уңыштары тураһында һәм уҡыу йылына ҡуйылған пландар тураһында һөйләп үтте. Йыйылыштың темаһын дауам итеп, юғары категориялы тәрбиәсебеҙ Игебаева Хөмәйрә Варис ҡыҙы лекция менән сығыш яһаны. Ә инде беҙҙең шәфҡәт туташыбыҙ Тләүбирҙина Гүзәл Ильяс ҡыҙы баларҙың менюһы менән таныштырҙы. Кисәнең аҙағында баҡсабыҙҙа иғлан ителгән "Минең ғаиләм" исемле фото конкурсҡа йомғаҡлау эшләнде. Еңеүселәр маҡтау грамоталары менән бүләкләнде. Конкурста ҡатнашҡан һәр ата-әсәгә ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ.
Просмотров: 974 | Добавил: dsmishutka | Рейтинг: 2.3/3
Всего комментариев: 0
Добавлять комментарии могут только зарегистрированные пользователи.
[ Регистрация | Вход ]