17:19 Атай – арҡа һөйәге! | |
“Айыуҡай” балалар баҡсаһында, 19 февраль, атайҙар менән берлектә, Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арналған бик матур музыкаль-спорт байрамы үтте. Был сараға төркөм балаларының атай, олатай, ағайҙары саҡырылды. Атай кеше борон-борондан ғаилә, донъя тотҡаһы, таянысы тип һаналған. Юҡҡа ғына “Атай-арҡа һөйәге” тимәгәндәр бит. Ғаиләлә атайҙарҙың роле бик ҙур, сөнки малайҙар атай-олатайҙары кеүек рухи-физик яҡтан көслө булырға ынтыла, өлгө ала; ә ҡыҙҙар атайҙары менән ғорурлана, иркәләнә, арҡалана. Байрамға атайҙарҙың күпләп килеүе кескәйҙәрҙе ҡыуандырып, дәртләндереп тә ебәрҙе... Был сараға балалар алдан әҙерләнде: темаға ярашлы мәғлүмәттәрен байыттылар, йыр-бейеү, шиғыр өйрәнделәр, һүрәт төшөрҙөләр һәм үҙ ҡулдары менән бүләктәр әҙерләнеләр. Балалар тарафынан әҙерләнгән концерт номерҙары спорт ярыштары менән үрелеп барҙы һәм барлыҡ ҡунаҡтарҙың да күңеленә хуш килде. Ә ярыштар мәлендә ике төркөм балалары үҙ төркөмөнөң атайҙары еңеүен теләп алҡышлап, дәртләндереп ултырыуҙары, улар өсөн ҡыуаныуы, күҙҙәренең яныуын күреү – үҙе бер тамаша ине! Сара аҙағында, баҡса тәрбиәләнеүсеһе, Салихова Камила етәкселегендә, атайҙарҙың заманса бейеүе – бөтәһенә лә бик оҡшаны. Беҙ балаларыбыҙҙың аҡыллы, һау-сәләмәт, көслө рухлы, илһөйәр, күркәм холоҡло булып үҫеүен, күгебеҙ тыныс, еребеҙҙә именлек булыуын теләйбеҙ. Юғары категориялы тәрбәсе Мортаева Көнһылыу Фазылйән ҡыҙы.
| |
|
Всего комментариев: 0 | |