«Атанан күргән – уҡ юнған” тигән Шәжәрә байрамы "Айыукай"
балалар баҡсаһында үтеп китте. Был сараның маҡсаты - йәмғиәттә ирҙәр ролен, атай баһаһын күтәреү. Был сарала һәр бер төркөмдән олатай- атай – ейәнсәр ҡатнашты. Исмәғилевтар, Сырлыбаевтар, Яҡшығоловтар, Байғужиндар, Аҡбулатовтар, Исмәғилевтар Р.Р. ғаиләләре әүҙем ҡатнашты. Һәр бер ғаилә үҙенсә һәләтле булып сыҡты. Ҡатнашыусылар шәжәрәләре менән таныштырып сыҡтылар, ижади һәләттәрен күрһәттеләр, бай күргәҙмә ойошторҙолар. Барыһына ла ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ!
|