Размер шрифта: A AA Изображения Выключить Включить Цвет сайта Ц Ц Ц Х
Включить версию для слабовидящих
Главная » 2015 » Декабрь » 2 » Бишек йыры - иң бөйөк йыр
21:23
Бишек йыры - иң бөйөк йыр
Әсә йыры - донъялағы иң бөйөк йыр. Әгәр бишек йыры булмаһа, моғайын, донъялағы бәхетте лә, шатлыҡты ла кеше тулыһынса аңламаҫ ине. Беҙ әсә йырын оҙаҡ йылдар үткәс тә иҫкә төшөрәбеҙ. Тормоштоң ауыр һәм бәхетле көндәрендә лә әсәй йыры беҙҙең менән, сөнки ул тәбиғи һөйөү, эскерһеҙ яратыу!!! 26 ноябрь көнө беҙҙең балалар баҡсаһында Әсәйҙәр көнөнә бағышланған бик матур, тетрәндергес кисә - Бишек йыры бәйгеһе үтте. Бәйгелә дәртле әсәйҙәр, өләсәйҙәр һәм әлбиттә балалар ҡатнашты.Бөтә ҡатнашыусылар ҙа матур сығыш яһаны. Ләкин бәйге булғас еңеүселәр ҙә була. Гран - прины Буранбаева Әминә Рафиҡ ҡыҙы, ҡыҙы Йәнгүҙәл һәм әсәһе Раева Гөлнур Ғүмәр ҡыҙы яуланылар. Гөлнур апайҙың Йәнгүзәлгә бағышлап яҙған йырын башҡарҙылар. 1 урынды Сәитҡолова Гөлфинә Йәғәфүр ҡыҙы, ҡыҙы Сабина менән яуланы. 2 урынды Тунгтарова Сөмбөл Булат ҡыҙы, улы Райман менән һәм Сырлыбаева Рәйсә Хәбәб ҡыҙы, ейәне Ильяс менән яуланылар. 3 урын - Тайбугина Нүрзиә Ибраһим ҡыҙына, улы Искәндәргә һәм Хәмитова Нүрзилә Сәғит ҡыҙыны, һәм ҡыҙы Алһыуға бирелде. Һәм "Иң актив ҡатнашыусы" номинацияһына Малгильдина Миңзифа Салауат ҡыҙы, ҡыҙҙары Азалия һәм Айгизә менән, "Халыҡсан башҡарыусы" номинацияһына Мурзаева Гүзәл Вар ҡыҙы, "Тамашасы һөйөүе " Ниғмәтуллина Гөлдәр Кәрим ҡыҙы, ҡыҙы Айһылыу менән, һәм " Һирәк башҡарылған" номинацияһы Раева Гөлнур Ғүмәр ҡыҙы лайыҡ булдылар. Бөтә ҡатнашыусыларҙы ла ысын күңелдән тағы ла ҡотлайбыҙ!!!!! Рәхмәт һеҙгә!!!
Просмотров: 1047 | Добавил: dsmishutka | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 1
1 dsmishutka  
0

Добавлять комментарии могут только зарегистрированные пользователи.
[ Регистрация | Вход ]