Размер шрифта: A AA Изображения Выключить Включить Цвет сайта Ц Ц Ц Х
Включить версию для слабовидящих
Главная » 2017 » Октябрь » 22 » Дөйөм ата-әсәләр йыйлышы
21:07
Дөйөм ата-әсәләр йыйлышы

       Баланың ишеткәндәре, күргәндәре, күҙәткәндәре—барыһы ла уның телмәрендә. Һәр һүҙе—асыш, образ, бәләкәй генә әкиәт, тормош тәжрибәһе. Бәләкәстең телмәре үҫешкән, камиллашҡан икән, уға фекерләүе лә еңелерәк, башҡаларҙы ла тиҙерәк аңлай.
    19 октябрь көнө    «Айыуҡай» балалар баҡсаһында «Мәктәпкәсә йәштәге балаларҙың телмәрен үҫтереү» темаһына арналған дөйөм ата-әсәләр йыйылышы булып үтте. Ата- әсәләргә балалар әҙерләгән концерт номерҙары тәҡдим ителде, балалар баҡсаһы мөдире Иманғолова Л.М. сығыш яһаны, уҡытыусы логопед Мифтәхитдинова Р.С. электрон уйындары менән таныштырҙы.  Бында ата-әсәләр сығыштар тыңлап, кәңәштәр алып ҡына ҡалманы, төрлө уйындар ҙа уйнап алды.
Эйе, тәрбиәселәр балалар телмәрен үҫтереүгә ҙур көс һала. Төрлө дидактик уйындар ойошторалар, нәфис әҙәбиәт, халыҡ ижады ҡулланалар, шиғыр ятлаталар, йомаҡ ҡоялар. Кескәйҙәр шулай уҡ «ҡурсаҡ театры»н үҙ итә, иртәлектәрҙә әүҙем ҡатнаша. Телмәр үҫешенә ҙур иғтибар бүлә. Fөмүмән, Федераль дәүләт белем биреү стандарттарына ярашлы телмәр үҫтереү һәр яҡлап алып барыла.  
Телмәре үҫешкән кеше бер ҡайҙа ла юғалып ҡалмаҫ, ҡатмарлы тормош һынауҙарына бирешмәҫ. Тик балалар баҡсаһы ата-әсәләр менән берлектә эш алып барһа ғына, бала аҡыллы, үткер, һәр нәмәгә үҙ ҡарашы булған шәхес булып үҫер. 

Ата-әсәләр йыйлышы алдынан Көҙгө йәрминкә ойошторолдо. Бөтә төркөмдәрҙә әүҙем ҡатнашты.


 

Просмотров: 712 | Добавил: dsmishutka | Рейтинг: 5.0/1
Всего комментариев: 0
Добавлять комментарии могут только зарегистрированные пользователи.
[ Регистрация | Вход ]