Гриптан нисек һаҡланырға?
Өшөү менән һалҡын тейеүҙең айырмаһын белгән кеше был ауырыуҙарҙан һәйбәтерәк һаҡлана. Өшөү – ул тән һыуынғанлыҡты тойоу, бындай осраҡта кеше йә өҫтәп кейенә, йә йылы урынға инә. Һалҡын тейеү – һыуыҡ тейгәндән сир хасил булыу. Көн торошон иҫкә алмайынса еңелсә кейенеп йөрөгән кешегә тиҙ һалҡын тейә. Тимәк, өшөмәҫлек итеп кейенеп йөрөргә кәрәк. Һауа ныҡ дымлы-еүеш булғанда кеше өшөү тойғоһон һиҙмәһә лә, уның тәне тиҙ һыуына.
Һалҡын тейгәндән һуң, температура күтәрелһә, йүтәл башланһа, баш һәм бөтә тән ауыртһа, табиптар йыш ҡына ошо өс диагноздың береһен ҡуя: грипп, ОРЗ йә иһә ОРВИ. Был сирҙәрҙең нигеҙен һалҡын тейеүҙән түгел, вирустарҙан күрәләр. Ниңә шулай? Вирустар күп урында була: әйберҙәрҙә, туҙан бөртөктәрендә, микробтарҙа, хатта беҙҙең организмда ла. Уларҙың бөтәһе лә кешелә сир барлыҡҡа килтермәй. Организм үҙен-үҙе һаҡлай, бында ҡан тәнсектәре, аҡһым матдәләре – иммуноглобулиндар ҡатнаша. Тәбиғи һаҡлау саралары тәндең температураһы нормала булғанда ғына үҙ бурыстарын үтәй. Тән һыуынғанда вирустарға ҡаршылыҡ кәмей һәм шунлыҡтан кеше сирләй. Өҫтәүенә, грипп һалҡында оҙаҡ һаҡлана, тимәк, ҡышын уның тирә-йүндә туплана торған ғәҙәте бар.
Был йоғошло ауырыу бигерәк тә халыҡ күп булған урында тиҙ тарала. Шуға күрә сир көсәйгән осраҡта карантин иғлан итәләр. Йәғни кешеләр аралашыуын, йөрөүен сикләйҙәр.
Температура күтәрелеп сирләгәндә өйҙән сығып йөрөү тыйыла, иртән ваҡытлыса төшөп торғанда ла рөхсәт ителмәй. Был башҡаларға сир йоҡмаһын өсөн генә түгел. Грипп, бүтән киҫкен респиратор ауырыуҙар организмдың икенсе сир микробтарынан һәм вирустарынан һаҡланыу ҡеүәтен ныҡ кәметә. Береһенән шәбәйеп етмәйһең, икенсеһе эләкһә – харап бит. Ауырыуың оҙаҡҡа һуҙылып, ҡайһы саҡта дауаханаға ла һалып ҡуялар.
Гриптан нисек һаҡланырға, тиһегеҙме? Алдан прививка эшләтеп, иммунитетты нығыталар, йәғни сиргә ҡаршылыҡ булдыралар. Был – кәрәкле һаҡланыу сараһы. Гриптың төрҙәре күп һәм улар үҙгәреп тороусан. Прививка яһатҡан кеше яңы төрөн йоҡторһа ла, был ауырыуҙы еңелерәк үткәререр.
Ҡайһы бер файҙалы кәңәштәр
1. Вирустар туҙанға эләгеп, һулыш юлдары аша организмға инә. Шуға күрә өй эсен һәр саҡ таҙалыҡта тоторға кәрәк.
2. Ҡулды һабын менән йыш йыуып торған кешегә вирустар аҙыраҡ эләгә. Аҙнаға бер тапҡыр булһа ла, бөтә тәнде йыуыу мотлаҡ. Йыуынғанда ҡулланылған әйберҙәр уртаҡ булырға тейеш түгел. Теш щёткаларын бер-береһенә терәтеп тотмағыҙ.
3. Табип прививка тәҡдим итһә, унан баш тартмағыҙ.
4. Танау эсен аш тоҙо иретмәһе менән йыуҙырып, һулыш юлдарын вирустарҙан һаҡлау әмәле бар. Быны табип менән кәңәшләшеп кенә башҡарығыҙ.
5. Дүрт ҡатлы марлянан яһалған битлек менән ауыҙ-морондо ҡаплап йөрөү һауа һәм һулыш юлдары аша йоғоусан сирҙәрҙән һаҡлай. Кеше күп булған урындарҙа грипп, киҫкен респиратор ауырыу, вируслы киҫкен инфекция йоғоу ихтималлығы арта. Уйлағыҙ, күп кеше сирләп, эпидемия иғлан ителгәндә, театрға йә иһә мәжлестәргә йөрөү кәрәкме икән?
6. Һаҡланам, тип, табип менән кәңәшләшмәйенсә, аптеканан витаминдар алырға ашыҡмағыҙ. Дөрөҫ туҡланғанда улар былай ҙа аҙыҡ менән тейешенсә инә. Шулай ҙа иммунитетты нығытыу өсөн табип тарафынан витаминдар бирелеүе мөмкин.
|