12:21 "Оҙонсәс" бәйгеһе | |
“Айыуҡайҙа” “Оҙонсәс” бәйгеһе булып үтте. Ҡыҙҙарҙың матурлығы, зиннәтлелеге, сафлығы толомона ҡарап беленә , ти халыҡ. Әйе,башҡорт хатындарының - ҡыҙҙарының тышҡы матурлыҡтарынан иң күҙгә салынғаны- оҙон сәс толомдары. Оҙон сәс - матурлыҡ билдәһе генә түгел, уңғанлыҡ, йыйнаҡлыҡ символы ла.Шуға күрә башҡорт ҡыҙҙары ғүмер- ғүмергә теҙҙәренә ҡәҙәр сәс үҫтергәндәр. Улар шифалы шишмә, ямғыр, йәки ҡар һыуында йыуып, үлән төнәтмәһе менән сайҡап, толомлап үргән дә көмөш йәки алтын тәңкәләр , сулпылар менән биҙәп ҡуйған. Бәйгелә матур итеп сәс үҫтергән алты әсәй менән ҡыҙҙары Мөхәмәйтйәновалар, Шәриповалар, Фазлыевалар, Гәҙелшинәләр ҡатнашты. Бәйге матур йыр менән башланып китте. Ҡатнашыусылар үҙҙәре менән таныштырып , йырға- моңға маһирлыҡтарын күрһәттеләр.Өйҙә эшләп килгән прическаларын күрһәтеп үттеләр. Шулай уҡ сәс тәрбиәләү серҙәре тураһында төрлө кәңәштәр ишеттеләр. Байрам барыһына ла бик оҡшаны! | |
|
Всего комментариев: 0 | |