Размер шрифта: A AA Изображения Выключить Включить Цвет сайта Ц Ц Ц Х
Включить версию для слабовидящих
Главная » 2017 » Март » 1 » Ҡотлайбыҙ!
18:14
Ҡотлайбыҙ!

            1 март - БАШҠОРТ ҒАИЛӘҺЕ көнө!

        Беҙҙең халыҡ борон-борондан ғаилә йәнле, балаһөйәр, туған хисле ҡәүем ул. Ҡайһы ғына йоланы алып, ниндәй генә тарихты байҡама, ғаилә ҡиммәттәре башҡорттоң төп йәшәү асылы, тормош кендеге булған. Һәр төрлө халәттә лә ғаиләләрен һаҡлап ҡалырға, балаларын атайлы-әсәйле үҫтерергә тырышҡан улар. .
      Яҙҙың тәүге көнө - терелеккә яңы һулыш, яңы тормош бөрккән үҙе бер башланғыс, уяныу миҙгеле. Тап ошо көндә билдәләнгән милли байрамыбыҙ ҙа башҡорт ғаиләләренә тереһыуҙар һипкәндәй, бәхетебеҙ артыуҙың, асылыбыҙға ҡайтыуҙың башы булһын! Йылдың бер көнөндә генә түгел, көн һайын иң күркәм ғаилә, иң өлгөлө халыҡ булып, һоҡландырып йәшәргә яҙһын! Байрамыбыҙ менән, милләттәштәр!

Просмотров: 1024 | Добавил: dsmishutka | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
Добавлять комментарии могут только зарегистрированные пользователи.
[ Регистрация | Вход ]